Ваҡиғалар
6 Август 2025, 10:35

Ейәнсура районында үҫмерҙәр тотолған

...

Ейәнсура районында үҫмерҙәр тотолғанЕйәнсура районында үҫмерҙәр тотолған
Ейәнсура районында үҫмерҙәр тотолған

Ейәнсура районында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре «Не рули, малай!» компанияһы сиктәрендә мототехникала 11 һәм 16 йәшлек ике малайҙы тотҡан.

Ике осраҡта ла үҫмерҙәрҙең транспорт сараһы менән идара итеүгә документтары булмаған.

Ваҡиға урынына ата-әсәләр саҡыртылған һәм мототехника эвакуаторға тейәлгән

16 йәшлек үҫмергә водитель таныҡлығыһыҙ идара иткән өсөн 5 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф һалынған протокол төҙөлә. 11 йәшлек бала өсөн ата-әсәләр 30 мең һумға тиклем штраф түләйәсәк. Ике осраҡ буйынса ла материалдар бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тапшырыласаҡ.

Читайте нас