Ваҡиғалар
6 Август 2025, 04:00

Гөлназ Асаеваға айыу һөжүм иткән

...

Гөлназ Асаеваға айыу һөжүм иткәнГөлназ Асаеваға айыу һөжүм иткән
Гөлназ Асаеваға айыу һөжүм иткән

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Гөлназ Асаева кисә социаль селтәрҙә ҡот осҡос видео менән уртаҡлашты — пикник ваҡытында уларҙың командаһына айыу һөжүм иткән.

Йырсы  һөйләүенсә, улар тәбиғәттә ял итергә булан. Бөтә кәрәк-яраҡты йыйып сыҡҡандар. Утта йәшелсә һәм ит ҡыҙҙырыла, йырҙар йырлана. Шунан һуң уларҙың лагерына айыуҙың йүгереп килеүе төшөрөлгән видео барлыҡҡа килә.

Уны тауыш һәм аҙыҡ еҫе йәлеп иткәндер. «Ҡасығыҙ!» – тигән ҡысҡырыуҙар ишетелә. Зыян күреүселәр ҙә бар. Йырсы һалған фотола ир кеше ашығыс ярҙам машинаһында ултыра, уның күлдәге ҡанланған. Ул артисткаың концерт директорылыр тип фаразлана. Хәҙер уның менән нимә булғаны билдәһеҙ – йырсы социаль селтәрҙә башҡа бер нәмә лә һалмаған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас