Ваҡиғалар
12 Август 2025, 07:20

Автомобилдән 19 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен сығарғандар

Водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән булған

Автомобилдән 19 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен сығарғандарАвтомобилдән 19 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен сығарғандар
Автомобилдән 19 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен сығарғандар

Бөрйән районы дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре кеше һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.

БР Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн иртән Ҡағы – Иҫке Собханғол автомобиль юлының 24-се километрында авария булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Рено Сандеро» руле артында 24 йәшлек урындағы ир кеше идара итеүҙе юғалтып кюветҡа төшөп киткән, автомобиль түңкәрелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһында 19 йәшлек пассажирка алған йәрәхәттәренән вафат булған. Водитель үҙе һәм уның тағы бер пассажиры дауаханаға оҙатылған. Йәш кеше быға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булыуы билдәле.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас