

Рязань өлкәһе губернаторы Павел Малков төбәктә дүшәмбе, 18 август, Шилов районындағы предприятиела ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле матәм көнө тип иғлан ителгәнен хәбәр итте.
"Шилов районындағы фажиғәле ваҡиғалар менән бәйле 18 август Рязань өлкәһендә матәм көнө тип иғлан ителде", – тиелә Telegram-каналында.
Рязань өлкәһенең Шиловский районындағы заводта ғәҙәттән тыш хәл 15 августа булды. Шартлау һөҙөмтәһендә 11 кеше һәләк булды, 130 кеше яраланды. Һуңыраҡ эҙемтәләрҙе бөтөрөү буйынса штаб ойошторолдо. Ваҡиға факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.