Бөрө районының Түбәнге Ыласынтау ауылы янында Ағиҙел йылғаһы буйында ике ир балыҡ ҡармаҡлаған. Ҡапыл уларҙың береһе айыу тауышын ишетә. Ул, дуҫын һәм машинаһын яр буйында ҡалдырып, ярҙам саҡырыр өсөн ауылға йүгерә, тип һөйләнеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яр буйында ҡалған балыҡсы менән бәйләнеш өҙөлә. Уны эҙләүгә тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, һунар күҙәтеүе һәм ауыл советы вәкилдәре сыға. Ике сәғәт самаһы эҙләгәндән һуң юғалған ирҙе табалар: ул һыу эсендә ултырған була, бүрәнәнән йығылып ҡулын һындырған һәм телефонын төшөрөп ҡалдырған, шуға күрә бәйләнеш булмаған. Зыян күреүсегә медицина ярҙамы күрһәтелә.
Ведомствола ҡырағай хайуандар менән осрашыу ихтималлығы булған урындарҙа төндә балыҡ тоторға йөрөмәҫкә кәңәш иттеләр. Шулай уҡ һыу үтмәҫлек һауытта зарядланған телефон һәм сигнал биреү өсөн һыҙғыртҡыс йөрөтөргә кәрәк.
“Айыу менән осрашҡанда паникаға бирелмәгеҙ, йүгермәгеҙ һәм ҡысҡырмағыҙ. Артығыҙ менән боролмайынса әкрен генә сигенегеҙ", – ти ҡотҡарыусылар.