

Mash Телеграм-каналы мәғлүмәте буйынса, буласаҡ әсә палаталаш ҡатындарҙы киң таралған мошенниктар схемаһын ҡулланып төп башына ултыртҡан. Ул өсөнсөгә йөклө булыуын әйткән һәм башҡа ҡатындарға төрлө пособиелар алыу серҙәрен өйрәтергә тәҡдим иткән.
Бер ҡатлы буласаҡ әсәйҙәр уға үҙҙәренең телефондарын биргән, һәм ул, йәнәһе, түләүҙәр рәсмиләштергән. Ысынында был ҡатын палаталаштарының телефондары аша "Госуслуги"ға кереп, займдар рәсмиләштергән, ә унан һуң уларҙы үҙ иҫәбенә күсергән.
Ҡатындар алданыуҙары тураһында бер нисә айҙан һуң ғына, коллекторҙарҙан шалтыратыуҙар килә башлағас, белгән. Әлегә зыян 6 миллион һум күләмдә иҫәпләнә. Әммә бәлә-ҡаза күреүселәр күберәк тә булырға мөмкин, тип шикләнәләр полицияла.