Ваҡиғалар
9 Сентябрь 2025, 07:10

Биш кеше юғалған

...

Биш кеше юғалғанБиш кеше юғалған
Биш кеше юғалған

Кисә ғәҙәттән тыш хеҙмәттәргә юғалған 5 граждан тураһында дүрт мөрәжәғәт килде, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. Бәхеткә күрә, барыһы ла имен тамамланған.

Белорет районының Айғыр тауында ике ҡыҙ аҙашҡан. Улар үҙаллы табылған. Шул уҡ районда бәшмәк йыйырға киткән оло йәштәге ҡатын урманда йүнәлеште юғалтҡан. Ул шулай уҡ үҙаллы табылған. Учалы районында 70 йәшлек ир ҙә бәшмәк артынан китеп, әйләнеп ҡайтмаған. Уны полиция хеҙмәткәрҙәре тапҡан. Өфөлә 57 йәшлек ҡатын урманға китеп, өс сәғәткә юғалған. Үҙе менән телефоны булмаған. Уны республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары тапҡан.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас