Ваҡиғалар
13 Сентябрь 2025, 05:55

Өс баланың ата-әсәһе янғында һәләк булған

Балалар тәҙрә аша сығып ҡотолған

Өс баланың ата-әсәһе янғында һәләк булғанӨс баланың ата-әсәһе янғында һәләк булған
Өс баланың ата-әсәһе янғында һәләк булған

Белорет районында күп балалы ғаилә йәшәгән ағас йорт янған. Янғын кисә Ломовка ауылында сыҡҡан, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы.

Янған йортта биш кеше була. 16, 9 һәм 6 йәшлек балалар тәҙрә аша өйҙән сыға алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ата-әсәһе һәләк булған. Уларҙың кәүҙәләрен янғын һүндереүселәр ут һүндергәндән һуң таба.

Янғындың сәбәбе асыҡлана.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас