

Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин Күмертауҙа берәҙәк эттең балаларға һөжүм итеүе менән бәйле инцидентты контролгә алды. Социаль селтәрҙәрҙәге мәғлүмәттәр буйынса, быйыл сентябрҙә агрессив хайуан өс малайға ташлана, уларҙың береһен тешләй. Зыян күреүсегә медицина ярҙамы талап ителә.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығында енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Фото: Ксения Калинина / “Башинформ”