Ваҡиғалар
4 Октябрь 2025, 12:20

Атҡа бәрелеп өс йәш кеше һәләк булған

Юл-транспорт ваҡиғаһы төндә Бишбүләк районында булған

Атҡа бәрелеп өс йәш кеш һәләк булғанАтҡа бәрелеп өс йәш кеш һәләк булған
Атҡа бәрелеп өс йәш кеш һәләк булған

4 октябрҙә Йылболаҡ-Матвеевка – Бишбүләк юлының 3-сө километрында “Лада Приора” юлға сыҡҡан атҡа бәрелгән. Машина кюветҡа ауған.

"Приора" менән 24 йәшлек водитель идара иткән, уның пассажирҙары 17 йәшлек ҡыҙ һәм егет була. Улар барыһы ла һәләк булған.

Асыҡланыуынса, водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһынан.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас