Ваҡиғалар
12 Октябрь 2025, 13:20

14 кеше урманда аҙашҡан

Тәүлек эсендә Башҡортостан урмандарында 14 кеше аҙашҡан

14 кеше урманда аҙашҡан14 кеше урманда аҙашҡан
14 кеше урманда аҙашҡан

Уҙған тәүлектә Система-112 шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгендә Башҡортостанда 14 граждан юғалыуы тураһында 8 мөрәжәғәт теркәлгән. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Өфө районында Лесной һәм Начапкино ауылдары араһындағы урманда ике ҡатын аҙашҡан, һуңынан улар үҙаллы табылған. Шулай уҡ ошо уҡ районда, Волково ауылында, бәшмәк йыйырға килгән 52 йәшлек ҡатын үҙаллы табылған.

Ҡырмыҫҡалы районының Һарыһаҙ ауылы янында урманда юғалған ирҙе тапҡандар.

Благовещен районында бәшмәк йыйырға килгән дүрт ҡатын йүнәлеште юғалтҡан, бәхеткә күрә, улар табылған.

Өфөнөң Дим районында Черноозерский кордонынан алыҫ түгел бер ир юғалған һәм ул табылған.

Белорет районында Банное күленә юлға сыҡҡанда ике ҡатын һәм ике баланан торған төркөм дә имен-аман табылған.

Шишмә районында Бикәй ауылы янындағы Абрай урманында юғалған ирҙе тиҙ арала Башҡортостандың ҡотҡарыусылар тапҡан һәм эвакуациялаған.

"Бәхеткә күрә, был ваҡиғаларҙа кешеләр медицина ярҙамына мохтаж булманы. Урманға йәки таныш урынға барғанда, туғандарығыҙға ҡайҙа һәм ни тиклем оҙаҡҡа барыуығыҙ тураһында хәбәр итергә, телефонығыҙҙы зарядларға һәм powerbank алырға, барған урындың офлайн-картаһын күсереп алырға, әгәр аҙашһағыҙ, урында ҡалырға һәм шунда уҡ 112 һандары буйынса шылтыратырға кәрәк”, – тип иҫкәртә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас