Ваҡиғалар
16 Октябрь 2025, 06:15

Шаяртҡан өсөн ҙур штраф

“Шаян” пассажир самолетта бомба тураһында уңышһыҙ шаяртыу өсөн ҙур штраф түләйәсәк

Шаяртҡан өсөн ҙур штрафШаяртҡан өсөн ҙур штраф
Шаяртҡан өсөн ҙур штраф

Ишембай ҡала суды «Ютэйр» авиакомпанияһы файҙаһына уңышһыҙ шаяртыу өсөн урындағы кешенән зыян түләтте.

Когалым-Өфө рейсы бортында 41 йәшлек ир бортпроводницаның рюкзак урынлаштырыуҙа ярҙам итеү тәҡдименә: «Һаҡ булығыҙ, бәлки, унда шартлатҡыстыр» тип яуап бирә һәм көлә. Стюардесса, вазифа инструкцияларына ярашлы, урынһыҙ шаяртыуға етди ҡарай һәм полицияға хәбәр итә. Һауа судноһын, пассажирҙарҙы һәм уларҙың багажын ҡабаттан тикшереү өсөн амолетты туҡталҡаға кире ҡайтаралар.

Бынан алда Өфө район суды Ишембай кешеһен ғәйепле тип тапҡан һәм дәүләт файҙаһына 200 мең һум күләмендә штраф билдәләгән. Һуңынан авиакомпания судҡа гражданлыҡ дәғүәһе менән сыға, шаяртыусы пассажирҙан 85,7 мең һум күләмендә килтерелгән зыянды ҡаплауҙы талап итә. Фемида хеҙмәткәрҙәре бындай талапты ғәҙел тип һанай һәм уны ҡәнәғәтләндерә.

Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән, тип билдәләнеләр Ишембай ҡала судының матбуғат хеҙмәтендә.

Фото: «Башинформ»

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас