Ваҡиғалар
20 Октября 2025, 11:20

Алһыу курткалы турист юғалған

Ирәмәлдә Силәбе өлкәһенән килгән турист ҡатынды эҙләйҙәр

Алһыу курткалы турист юғалғанАлһыу курткалы турист юғалған
Алһыу курткалы турист юғалған

43 йәшлек Полина Захарованы 18 октябрҙән алып эҙләйҙәр. Силәбе өлкәһендәге «Лиза Алерт» отряды мәғлүмәттәре буйынса, ҡатын Башҡортостандың Белорет районындағы Оло Ирәмәл тауында юғалған.

Ул алһыу куртка, ҡыҙыл-көрән салбар, һоро-зәңгәр ботинка һәм ҡыҙыл-көрән кәпәс кейгән. Турист ҡатындың билдәләре: буйы 153 см, сәстәре көрәнһыу һары, күҙҙәре һоро.

"Эҙләүгә, ҡотҡарыусыларҙан тыш, егерь, ике тәжрибәле турист, юғалған ҡатын килгән төркөмдән ике кеше, шулай уҡ махсуслаштырылған янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы һәм кинологик расчет хеҙмәткәрҙәре сыҡты. Дүшәмбе, 20 октябрҙә, эҙләүгә Златоуст эҙләү-ҡотҡарыу отряды Һәм Белорет эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡушылды", – тип хәбәр итә 1obl.ru

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас