

Мәсетле районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн иртәнге сәғәт 7-лә «Лада Ларгус» автомобилендә 50 йәшлек водитель Кропачево - Мәсәғүт - Әчит автомобиль юлында ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм ВАЗ-2114 менән бәрелешә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ВАЗ-2114 машинаһының 64 йәшлек водителе ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте килгәнгә тиклем ваҡиға урынында вафат була.
Шуныһы: «Лада Ларгус» ерләү хеҙмәте транспорты була. Уның кузовында кәүҙә булғанмы-юҡмы - хәбәр ителмәй...
Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыумылар! Юлдарҙа иғтибарлы, һаҡ булығыҙ, ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ. Был бик күңелһеҙ тамамланырға мөмкин. Республикала көн дә тиерлек үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары булып тора.
Фото: Владимир Севастьяновтың телеграм-каналы.
https://bashgazet.ru/news/kh-ef-e-lek/2025-10-22/erl-he-m-te-mashina-y-e-lemesle-l-k-tk-el-kk-n-4436600