Ваҡиғалар
24 Октябрь 2025, 06:25

Ейәнсура районында янғында ир кеше һәләк булған

...

Ейәнсура районында янғында ир кеше һәләк булғанЕйәнсура районында янғында ир кеше һәләк булған
Ейәнсура районында янғында ир кеше һәләк булған

Ейәнсура районының Яңыбай ауылында янған йәйге аласыҡта һәләк булған кеше табылған. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр иттеләр.

Янғын 8×4 метр ҙурлыҡтағы бинала сыға. Утты Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм Яныбай, Ҡазанбүләк ауыл биләмәләренең ирекле янғын һүндереүселәр командалары һүндерә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе тикшереү алып бара.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас