Ваҡиғалар
1 Ноября 2025, 11:11

Тағы янғын, йәнә ҡорбан

Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ районының Рощинский ауылында ике ҡатлы йорттоң беренсе ҡатындағы ике бүлмәле фатирҙа янғын сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре төтөн менән тулған фатирҙан 61 йәшлек ирҙе алып сыға. Тағы 15 кеше йортто үҙаллы ҡалдыра. Табиптарҙы тикшергәндән һуң ҡотҡарылған ир реанимация бүлегенә килтерелгән.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, янғын урынында һәләк булған 58 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған.

Читайте нас