

Ейәнсура районы прокуратураһы Кемерово ҡалаһында йәшәүсе ҡатындан машина алам тип 550 мең һум аҡсаһын урлатҡан Ейәнсура районы кешеһенә килтерелгән зыянды түләтеүҙе талап итте.
Кемерово ҡалаһының Киров район суды Ейәнсура районы прокурорының енәйәт килтергән зыянды түләтеү тураһындағы дәғүәһе буйынса ҡарар сығарҙы.
Район прокуроры И. Моталлапов социаль селтәрҙә яҙыуынса, РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эше материалдары (айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу) судҡа мөрәжәғәт итеү өсөн нигеҙ булып торҙо. Тикшереү версияһы буйынса, былтыр ноябрҙә Ейәнсура районында йәшәүсе 24 йәшлек ир Интернет селтәренән заказ буйынса автомобиль һатып алырға ҡарар иткән. Был маҡсатта ул енәйәтселәргә 550 000 һум аҡса күсергән.
Енәйәт эшен тикшереү барышында Кемерово ҡалаһында йәшәүсе ҡатындың енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашлығы асыҡлана, аҡса уның банк иҫәбенә күсерелә.
Прокуратура судҡа дропперҙан законһыҙ алынған сумманы түләтеү тураһында дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт иткән.
Суд прокурорҙың талаптарын ҡәнәғәтләндерҙе. Суд ҡарарының үтәлеше күҙәтеү ведомствоһы контролендә.