РФ Эске эштәр министрлығының хоҡуҡҡа ҡаршы мәғлүмәт-коммуникация технологиялар менән көрәш идаралығы мутлашыусылар ҡала хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре исеменән шылтыратыуҙарын теркәгән. Улар пенсионерҙарға үҙҙәрен мэрия хеҙмәткәрҙәре тип таныштыралар һәм хеҙмәт ветерандары өсөн түләү ҡаралыуы, йәки грамоталар һәм башҡа наградалар тапшырырға әҙерләнеүе тураһында хәбәр итәләр. Әммә уларҙы алыу өсөн шәхси кабинетта теркәлергә һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе әйтергә кәрәк.
Шуны иҫтә тотоу мөһим: шәхси мәғлүмәттәрҙе тапшырыуҙы һорау һәр ваҡыт «хәүефле шылтыратыу» булып тора. Өлкән туғандарығыҙға яңылыҡты һөйләгеҙ һәм уларҙы һаҡ булырға кәрәклеге хаҡында иҫкәртегеҙ, тип мөрәжәғәт иттеләр граждандарға РФ Эске эштәр министрлығында.