Полицияға 79 йәшлек пенсионер мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Уға стационар телефонға, йәнәһе, телекоммуникация компанияһы хеҙмәткәре шылтырата, ул клиенттың килешеүе ваҡыты тамамланыуы тураһында хәбәр итә. Уны оҙайтыу өсөн ул паспорт мәғлүмәттәрен әйтеүҙе һорай. Зыян күреүсе уларҙы хәбәр иткәс, бәйләнеш өҙөлә.
Бер аҙҙан уның менән бер ир бәйләнешкә инә, ул үҙен тәфтишсе тип таныштыра. Ул пенсионерҙың шәхси мәғлүмәттәрен мутлашыусыларға тапшырыуы, һәм хәҙер мутлашыусылар уның вкладынан аҡса алып, уны дошман ойошмаһы иҫәбенә күсерергә маташыуы тураһында хәбәр итә. Енәйәт эше ҡуҙғатыу менән янап, ялған тәфтишсе пенсионерҙы банк иҫәбенән 470 мең һум аҡсаны алырға һәм Өфөгә алып барырға күндерә. Енәйәтселәр иргә такси саҡыра, ул күрһәтелгән адресҡа барып етә, унда аҡсалы пакетты билдәһеҙ егеткә тапшыра.
Стәрлетамаҡҡа ҡайтҡас, ир мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгеүен аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығының уголовный розыск хеҙмәткәрҙәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мутлашыусылар курьеры Туймазы районынан быға тиклем хөкөм ителмәгән 19 йәшлек егет булыуын асыҡлай һәм ҡулға ала. Уның һүҙҙәренсә, ул популяр мессенджерҙа эш таба. Курьер пенсионерҙан аҡса алырға һәм уны, сумманың бер өлөшөн үҙенә ҡалдырып, мутлашыусылар күрһәткән иҫәпкә күсерергә тейеш була.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең оператив эш итеүе һөҙөмтәһендә ғәйепләнеүсе быны эшләргә өлгөрмәй. Тентеү барышында аҡса тартып алына һәм зыян күреүсегә кире ҡайтарыла. Ир полиция хеҙмәткәрҙәренә оператив һәм грамоталы башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерә һәм уларға башҡаса мутлашыусылар йоғонтоһона эләкмәҫкә вәғәҙә итә.