Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
3 Декабрь 2025, 17:20

Бәлиғ булмаған үҫмерҙе урлаусылар хөкөм ителәсәк

Ейәнсура район-ара тәфтиш бүлеге енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы

Бәлиғ булмаған үҫмерҙе урлаусылар хөкөм ителәсәк
Бәлиғ булмаған үҫмерҙе урлаусылар хөкөм ителәсәк

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығының Ейәнсура район-ара тәфтиш бүлеге Күгәрсен районының 28-34 йәшлек өс кешеһенә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы. Улар кеше урлауҙа ғәйепләнә.

Ведомствоның матбуғат бүлеге хәбәр итеүенсә, 2025 йылдың 12 июлендә фигуранттар, 17 йәшлек ауылдашына автомобилде һаҡһыҙ йөрөтөүенә ҡарата дәғүәләре бклдкркп, уның менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға ҡарар итә. Үҫмерҙең өйөнә килеп, фигуранттарҙың береһе уны туҡмай, шулай уҡ артабан көс ҡулланыу менән янай, шунан һуң енәйәтселәр зыян күреүсене көсләп автомобилгә ултырталар һәм ауылдан сығыу яғына юлланалар.

Ғәйепләнеүселәрҙе зыян күреүсенең ата-әсәһе туҡтата, улар үҙҙәренең автомобилендә урлаусыларҙың юлын яба һәм, полицияға хәбәр итеп, улын азат итеүҙе талап итә.

Раҫланған ғәйепләү һығымтаһы менән енәйәт эше судҡа ҡарау өсөн ебәрелгән.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас