Ваҡиғалар
22 Декабря 2025, 06:30

Ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө

...

Ҡуҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлдөҠуҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө
Ҡуҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө

Башҡортостандың Әлшәй районында М-5 трассаһында авария булған, унда дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Тағы ла өс кеше дауаханаға оҙатылған. Мәғлүмәттәргә ярашлы, Шишмә – Аксен – Ҡырғыҙ-Миәкә юлының 105-се саҡрымында өс автомобиль бәрелешкән: ВАЗ-2110, «Мазда СХ-5» һәм «Шахман».

ВАЗ автомобилендәге өс кеше һәм «Мазда» пассажиры ашығыс ярҙам килгәнсе йән биргән.

Урында полиция хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм эксперт-криминалистары эшләй. Хәлдең нисек булыуы асыҡлана.

Бынан алда Башҡортостандың Күгәрсен районындағы юл фажиғәһендә дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас