Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
3 Ғинуар , 12:10

Туристар урманда аҙашҡан

...

Туристар урманда аҙашҡан
Туристар урманда аҙашҡан

Архангел районында Өфө туристары аҙашҡан. 2 ғинуарҙа биш кеше Үрге Ләмәҙ ауылынан Атыш шарлауығына походҡа юллана. Кискә туристар уларҙы автобус көткән урынға килергә тейеш була, әммә билдәләнгән ваҡытта улар килмәй. Төркөм етәксеһенә шылтырата алмайҙар, автобус водителе ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә.

Эҙләүгә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары сыға. Ҡотҡарыусылар ҡаргиҙәрҙәрҙә Атыш шарлауығына тиклемге маршрутты тикшерә, төндә төркөмдө урманда табалар.

Асыҡланыуынса, кире ҡайтҡанда туристар ныҡ арыған һәм аҙашҡан, улар ныҡ өшөгән һәм бик әкрен хәрәкәт иткән. Төркөм етәксеһе әйтеүенсә, ҡотҡарыусылар ярҙамынан тыш, улар үҙаллы сыға алмаҫ ине. Ҡаргиҙәрҙәрҙә ҡотҡарыусылар туристарҙы автобус көткән урынға тиклем эвакуациялай. Бәхеткә күрә, бер кемгә лә медицина ярҙамы кәрәк булмай.

Фото: Кирилл Первов / ТГ-канал

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас