Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
11 Ғинуар , 13:10

Юл сатында үҙ автомобилен яндырған

Юл сатында үҙ автомобилен яндырған
Юл сатында үҙ автомобилен яндырған

Башҡортостанда билдәһеҙ ир үҙенең автомобилен яндырған. Ғәҙәттән тыш хәл Учалыла юл сатында булған.

Видеонан күренеүенсә, ир светофор алдында туҡтай, машинанан аккумуляторын сығара һәм уның менән автомобилдең быялаларын, көҙгөләрен, фараларын вата башлай. Тиҙҙән машинаны ялҡын бағанаһы солғап ала.

Ваҡиға урынына ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре килә һәм МЧС саҡырта. Ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас