Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
14 Ғинуар , 14:55

Алкотестерҙы алдарға маташҡан

Ейәнсура районында пенсионер иҫерек килеш машина йөрөтөү өсөн яуаплылыҡтан ҡасырға маташҡан

Алкотестерҙы алдарға маташҡан
Алкотестерҙы алдарға маташҡан

Дәүләт автоинспекцияһына Күгәрсен ауылында руль артында иҫерек водитель булыуы ихтималлығы тураһында хәбәр иткәндәр.

ДПС патруле оператив рәүештә урынға сыға һәм автомобилде гараж янында туҡтата. Руль артында  ир кеше булған. Ир алкоголь тестерын алдап, тикшереү процедураһын ҡамасауларға тырыша, ә һуңынан бөтөнләй унан баш тарта.

Пенсионерға ҡарата иҫереклек торошона медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан өсөн административ протокол төҙөлә. Хәҙер уға 45 мең һум штраф һәм йыл ярымдан ике йылға тиклем хоҡуҡтан мәхрүм итеү янай. Автомобиль тотола һәм махсус туҡталҡаға урынлаштырыла.

Читайте нас