Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
17 Ғинуар , 13:25

Пенсионерка ҡурҡышынан 1,4 миллион һум аҡсаһын күсергән

...

Пенсионерка ҡурҡышынан 1,4 миллион һум аҡсаһын күсергән
Пенсионерка ҡурҡышынан 1,4 миллион һум аҡсаһын күсергән

Салауат ҡалаһында полицияға мутлашыу тураһында ғариза менән пенсионерка мөрәжәғәт иткән. 71 йәшлек ҡатын һөйләүенсә, былтыр декабрь аҙағында мессенджерҙа үҙе элек эшләгән предприятиеның баш инженеры исеменән хат алған. Ул мәғлүмәттәр ситкә китеүенә бәйле уның менән бәйләнешкә инәсәктәре тураһында хәбәр итә. Тиҙҙән билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен ФСБ хеҙмәткәре тип таныштыра, ҡатынға уның паспорт мәғлүмәттәре буйынса сит илгә аҡса күсерелеүе, уның был енәйәттә ҡатнашыусы булыуы һәм уға төрмә янауы хаҡында хәбәр итә.

Һуңынан пенсионерка үҙен тәфтишсе тип атаған кеше менән аралаша, ул ялған полиция танытмаһын күрһәтә һәм «хеҙмәттәшлек» талап итә, енәйәт эше менән янай.

Унан һуң ҡатын менән “Үҙәк банк хеҙмәткәре” бәйләнешкә инә һәм бөтә аҡсаһын ҡабат урламаһындар өсөн махсус иҫәпкә күсерергә күндерә. Ҡурҡыуға ҡалған пенсионерка енәйәтселәрҙең инструкцияларын үтәй һәм уларҙың иҫәбенә 1,4 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә.

Фото: "Башинформ".

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас