Нефтекама прокуратураһы махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙең аҡсаһын урлау буйынса енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.
Күҙәтеү ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, Краснокама районының Яңы Ҡайынлыҡ ауыл советының элекке башлығы мәрхүм туғанының банк картаһы дубликатын файҙаланып, 1 миллион һум самаһы аҡса алған. Ғәйепләнеүсе аҡсаны шәхси ихтыяждарына тотонған.
Элекке башлыҡ ғәйебен таныған һәм урланған аҡсаны үҙ ирке менән кире ҡайтарған. Эш артабан тикшереү өсөн Нефтекама ҡала судына тапшырылған.