Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
4 Февраль , 09:12

Эх, ошо навигатор...

Урыҫтарҙың "доверяй, но проверяй" тигән әйтеме бар. Ана шуны водителдәр ҡағиҙә итеп алһа ине лә бит. 

Айна Имангулова  Эх, ошо навигатор...
Эх, ошо навигатор... Фото: Айна Имангулова

Бөгөнгө иртә Сибай ҡалаһынан "Foton" йөк автомобилендә Күмертауға юлланған водитель өсөн хәйерлеләрҙән булмай. Эш буйынса китеп барыусы навигаторға ышанып, шуның буйынса бара. Әммә ул Иҫәнғолдан артабан юлды нишләптер Ира - Магнитогорск трассаһы аша һалмай, Яңы Петровка яғына алып китә. Бәлки, Иҫәнғол - Мораҡ юлына борғандыр ҙа бит, ни булһа ла, водитель Үрген ауылына боролошта идараны юғалтып, йөк автомобиле юл ситенә ауа.

Шөкөр, зыян күреүсе юҡ. Ә бит бер нисә йыл элек ошондай уҡ ваҡыиға фажиғәле тамамланғайны...

Хөрмәтле водителдәр, юлға сыҡһағыҙ, бигерәк тә таныш булмаған яҡҡа, навигаторға ғына ышанып бармағыҙ. Маршрутты һалғас, уны мотлаҡ тикшереп, ҡарап сығығыҙ. Юлдар имен булһын!

Айна Имангулова
Фото: Айна Имангулова
Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас