

Республика Башлығы Өфө хакимиәте етәкселеге тирәләй хәл тураһында хәбәрҙар. Хоҡуҡ һаҡлау органдары процессуаль ғәмәлдәр комплексын үткәрә, уның һөҙөмтәләре буйынса ҡаралған эштең шарттарына һәр яҡлап һәм объектив баһа биреләсәк. Был хаҡта «Башинформ»ға Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Бөгөн иртән хоҡуҡ һаҡлаусылар Өфө мэры Ратмир Мәүлиевты ҡулға алды. Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, ул вазифа вәкәләттәрен арттырып үтәүҙә һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Тәфтишселәр һорау алыу, тентеү һәм тикшереү эштәре алып бара.
Фото: «Башинформ»