Салауат ҡалаһында 39 йәшлек ир инвестиция брокерҙары булып эш иткән мутлашыусылар ҡорбаны булған. Еңел килем алырға теләп, ир өс ай дауамында енәйәтселәрҙең күрһәтмәләрен үтәй һәм һөҙөмтәлә 5,2 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, барыһы ла социаль селтәрҙәрҙең береһендә «онлайн-подработка» рекламаһынан башлана. Һылтанма буйынса инеп, ир ялған брокерҙар менән аралаша башлай. Ышандырыу өсөн аферисттар уға 8 мең һумлыҡ беренсе минималь иғәнәнән һуң ҙур булмаған табыш алырға мөмкинлек бирә. Схеманың «эшләгәнен» күреп, зыян күреүсе ҙур күләмдә аҡса һалырға ҡарар итә.
«Инвестиция иҫәбен» тулыландырыу өсөн ир шәхси тупланмаларынан тыш кредит та ала, шулай уҡ дуҫтарынан һәм туғандарынан ҙур суммалар ала. Ул аҡсаһын сығарырға маташҡанда, мутлашыусылар иҫәпте «асыу» өсөн 1,5 миллион һум күләмендә өҫтәмә түләү талап итә. Зыян күреүсе был аҡсаны иптәшенән алып тора. Һуңыраҡ ул ҡатынынан тағы ла 700 мең һум аҡса (кредитҡа алынған) ала һәм тағы ла мутлашыусыларға ебәрә.
Енәйәтселәр тағы ла 1,5 миллион аҡса талап иткәс, алдаҡ ҡорбаны булыуын аңлап, ир полицияға мөрәжәғәт итә.
ФОТО: КСЕНИЯ КАЛИНИНА | ИА «БАШИНФОРМ»