

Ҡырмыҫҡалы районындағы “Алмаҡай” баҡса ширҡәтендә сик һаҡсылары көнөн билдәләгән ир өсөн байрам фажиғәле тамамлана.
Ирҙәр, компаниялары менән спиртлы эсемлектәр эсеп алғас, Renault Logan автомобилендә Орловка ауылы яғына юллана. Водитель автомобилгә идараны юғалтып, юлдан ситкә сығып ауа. Ир "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте килгәнсе ваҡиға урынында вафат булған, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Был осраҡта ла фажиғә бының менән генә тамамланмаған – юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, һәләк булған ирҙең баҡсалағы ағас йорто янып, унан көл-күмер генә тороп ҡалған.