

Ҡатын 2026 йылдың мартында полицияға, элекке ирем өйөмә инеп, алтын биҙәүестәремде урланы тип хәбәр итә һәм ғариза яҙа.
Тикшереү барышында уның иргә ҡарата шәхси нәфрәт тойоп, уны бушҡа ғәйепләүе асыҡлана. Биҙәүестәрҙе лә ул уға үҙе алдан тапшырған була. Шулай итеп ул тикшереү органдарына ялған мәғлүмәттәр бирә. Ғәйепләнеүсе ҡатын енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таный. Ул РФ ЕК 306-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса ғәйепләнә.
Енәйәт эше Күгәрсен район-ара судына ебәрелгән.