

АВАРИЯЛА ЙӘШТӘР ҺӘЛӘК БУЛДЫ
Бөгөн төнгө сәғәт ике тирәһендә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы Хоҙайбирҙин урамында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. БР Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, "ВАЗ 2109" автомобиленең 18 йәшлек водителе тыҡрыҡтан килеп сыҡҡанда, 21 йәшлек ир-егет идара иткән "Рено Эспейс" менән бәрелешә.
Фажиғә һөҙөмтәһендә "ВАЗ" автомобиле водителе һәм уның 17 йәшлек үҫмер пассажирҙарының ғүмере өҙөлә. Тағы бер 16 йәшлек үҫмер дауаханаға оҙатыла. "Рено" водителе аварияла зыян күрмәгән.
Дәүләт автоинспекцияһы тикшереү үткәрә һәм ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлай.