

Учалы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 24 июнгә ҡарай төндә Учалы-Мейәс автомобиль юлында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. BMW автомобиле водителе, ГАИ хеҙмәткәрҙәренән ҡасырға маташып, идара итеүҙе юғалта, кюветҡа төшөп китә һәм түңкәрелә.
Аварияла 20 йәшлек егет һәм үҫмер ҡыҙ алған йәрәхәттәренән урында уҡ вафат була. Тағы өс зыян күреүсе дауаханаға оҙатыла.
Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһынан “Башинформ”ға хәбәр итеүҙәренсә, төнгө сәғәт 10-да Белорет-Учалы-Мейәс автомобиль юлының 105-се саҡрымында BMW-525 руле артындағы 19 йәшлек водитель идараны юғалтып, юл мситенә төшөп китә. Ике пассажир ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем урында уҡ вафат була. Үлгән бәлиғ булмаған ҡыҙҙың күптән түгел тыуған көнө була. Тағы бер бәлиғ булмаған ҡыҙ һәм 28 йәшлек пассажир, шулай уҡ водитель йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Мәғлүмәт базалары буйынса тикшереү ваҡытында дәүләт авиация инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдең транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғына эйә булмауын асыҡлай.