Ваҡиғалар
24 Июня , 06:09

Ейәнсурала иҫерек килеш руль артына ултырған ирҙең квадроциклы тартып алынған

Башҡортостандың Күгәрсен район-ара суды Ейәнсура районында йәшәүсе 57 йәшлек иргә ҡарата хөкөм сығарҙы.

Район прокуроры ярҙамсыһы Иҫәнғол ауыл биләмәһе сайтында хәбәр итеүенсә, ир РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип таныла (транспорт сараһы менән иҫерек хәлдә идара иткән өсөн административ язаға тарттырылғандан һуң тағы иҫерек хәлдә транспорт сараһы менән идара итеү).

Судта билдәләнеүенсә, былтыр майҙа ир иҫерек килеш механик транспорт сараһы – квадрацикл менән идара иткән. Уны Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан һәм улар 2024 йылдың октябрендә водитель иҫерек килеш автомобиль менән идара иткән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуын асыҡлаған.

Әммә административ яуаплылыҡҡа тарттырылғандан һуң ир үҙе өсөн тейешле һығымталар яһамай һәм тағы иҫерек килеш механик транспорт сараһы менән идара итә.

Судта ғәйепләнеүсе ғәйебен тулыһынса таныған.

Суд ғәйеплегә 1 йыл 8 айға транспорт сараһы менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеп, 200 сәғәт мотлаҡ эш төрөндәге яза тәғәйенләй, шул уҡ ваҡытта квадроцикл дәүләт килеменә тартып алына.

Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән.

Читайте нас