Ваҡиғалар
25 Июня , 07:43

15 йәшлек ҡыҙ авария сәбәпсеһе булды

24 июнь кисендә “Магнитогорск – Ира” трассаһының 270-се саҡрымында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. 15 йәшлек үҫмер ҡыҙ “Рива 2” мопедында юлдың ҡаршы яҡ һыҙатына сығып, “Шевроле Клан Лачетти” автомобиле менән бәрелешә.

15 йәшлек ҡыҙ авария сәбәпсеһе булды15 йәшлек ҡыҙ авария сәбәпсеһе булды
15 йәшлек ҡыҙ авария сәбәпсеһе булды

Авария һөҙөмтәһендә ҡыҙ тән йәрәхәттәре ала. Дауаханала медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң, ул өйөнә ҡайтарыла.

Был ваҡиға – үҫмерҙәрҙең юл ҡағиҙәләрен белмәүҙәренә асыҡ дәлил. Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ, хөрмәтле ата-әсәләр!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас