Ваҡиғалар
29 Июня , 04:50

Мотоциклда түңкәрелеп һәләк булған

Ейәнсура районында үткән төндә үлемесле авария теркәлде

Ейәнсура районының дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүеҙәренсә, 29 июндә төнгө сәғәт 2.50 тирәһендә Үрге Һарыбил – Ҡыуандыҡ юлында Үрге Муйнаҡ ауылы эргәһендә 1998 йылғы ир үҙенең мотоциклында юл ситенә төшөп киткән. Үрге Муйнаҡ ауылында йәшәгән мотоциклист ашығыс ярҙам килеп еткәнсе алынған йәрәхәттәрҙән вафат булған.

Үткән аҙнала мототехника водителдәре тарафынан өс юл ъхәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу асыҡланған. 

Читайте нас