Ваҡиғалар
6 Июля , 11:10

Ейәнсурала мопедистар ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлде

Ейәнсура районында ике мопед бәрелешеүе һөҙөмтәһендә ир кеше һәләк булған

Ейәнсурала мопедистар ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлдеЕйәнсурала мопедистар ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлде
Ейәнсурала мопедистар ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлде

Райондың юл хәрәкәте хәүефһеҙле дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 июлдә 20.55 сәғәттә Һаҡмар совхозының 3-сө фермаһы ауылынан Тирәкле ауылына табан юлда 1981 йылғы ир кеше 1978 йылғы ҡатын идара иткән шул уҡ йүнәлештә барған мопедты уҙырға маташҡанда уға төкөгән. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә ҡатын – юлда, ә ир кеше уң яҡ юл ситендә ҡолағандар.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ир кеше ашығыс ярҙам килеп еткәнсе ваҡиға урынында йән биргән. Ҡатын йәрәхәттәр алған һәм тәүге медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң өйөнә ҡайтарылған.

Читайте нас