Ваҡиғалар
30 Июля , 11:14

Йомортҡа ҙурлыҡ боҙ-борсаҡ яуған

Благовар районының Үрге Ҡарғалы ауылында көслө боҙ-борсаҡ яуған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына хәбәр итте.

Һауа торошоноң эҙемтәләрен урындағы ҡатын төшөргән. Фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, ҡайһы бер боҙлауыҡ киҫәктәренең ҙурлығы тауыҡ йомортҡаһындай.

“Ҡурҡыныс стихиянан барыһы ла зыян күрҙе: машиналар ҙа, ҡоймалар ҙа, баҡса ла. Йорттоң тәҙрәләре ватылған. Боҙлауыҡтан һуң беҙҙә бик һыуыҡ», — ти Үрге Ҡарғалыла Йәшәүсе Фильза Еникеева.

Фото и видео: Фильза Еникеева | «Башинформ»

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас