Ваҡиғалар
5 Августа , 05:08

Мәктәп директоры яуаплылыҡҡа тарттырылды

Ейәнсура районында уҡыусы ҡыҙҙы класташы йәберләгән өсөн мәктәп директорына штраф һалынды

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы хәбәр итеүенсә, Ейәнсура районы мәктәптәренең береһендә 2026 йылдың апрелендә уҡытыусы булмағанда 14 йәшлек һигеҙенсе класс уҡыусыһының башына класташ малай бер нисә тапҡыр һуға.

Прокуратура, был хәл белем биреү процесын тейешенсә контролдә тотмау арҡаһында мөмкин булған, тигән һығымтаға килә.

Мәктәп етәксеһенә ҡарата белем алыу хоҡуғын һәм ҡануниәттә ҡаралған уҡыусыларҙың хоҡуҡтарын боҙоу статьяһы буйынса административ эш ҡуҙғатыла.

Мировой судья директорҙы ғәйепле тип таба һәм уға 10 мең һум күләмендә административ штраф тәғәйенләй. Бынан тыш, прокуратура белем биреү учреждениеһы етәксеһенә артабан бындай хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймауҙы талап итеп тәҡдим индерҙе.

Читайте нас