Ваҡиғалар
5 Августа , 10:21

Һыуҙағы фажиғәләрҙең береһе Ейәнсура районында булған

Уҙған тәүлектә Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында ике үлем осрағы теркәлгән. Фажиғәле хәлдәр Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарында булған.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәүге ваҡиға Хәйбулла районында, Аҡъяр ауылынан алыҫ түгел, Таналыҡ йылғаһы акваторияһындағы ҡырағай пляжда теркәлгән. Унда урындағы кеншеләр 65 йәшлек ирҙең кәүҙәһен табалар һәм һыуҙан сығаралар. Урында тәфтишселәр эшләй.

Бер үк ваҡытта тиерлек Ейәнсура районында Иҫәнғол ауылы янында Оло Эйек йылғаһында ошондай уҡ фажиғә теркәлгән. Бында 48 йәшлек ир һыу стихияһы ҡорбаны булған. Шаһиттар әйтеүенсә, ул яр буйында ял итә һәм һыуға һикерергә була, әммә һыуға сумға ла кире сыҡмай. Саҡырыуға килгән ҡотҡарыусылар уның кәүҙәһен һыуҙан сығара.

Ике осраҡта ла һыу инеү урындары хәүефһеҙлек нормаларына ярашлы йыһазландырылмаған, иҫкәртеү аншлагтары ҡуйылған.

Фото: МЧС РБ

Читайте нас