Ваҡиғалар
10 Августа , 07:20

Татарстанда БПЛА-нан 12 кеше һәләк булған, 39 йәрәхәтләнгән

Бөгөн иртән Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһы дошман БПЛА-лары һөжүменә дусар булды. Һөжүм етештереү объекттарына ла, гражданлыҡ объекттарына ла яһала. Билдәле булыуынса, 12 кеше һәләк булған, 39 кеше йәрәхәтләнгән. 

Татарстанда БПЛА-ларҙың күпләп һөжүменән һуң һәләк булғандар айҡанлы матәм иғлан ителде. Бындай ҡарарҙы Республика Рәйесе Рөстәм Миңнеханов ҡабул итте. Төбәк етәксеһе шулай уҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе һәм һөжүм һөҙөмтәһендә зыян күргәндәргә кәрәкле барлыҡ медицина ярҙамын күрһәтергә ҡушты.

Түбәнге Кама мэры Радмир Беляев ҡалаға өҫтәмә медицина хеҙмәткәрҙәре бригадалары ебәрелеүе тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ тейешле хеҙмәттәргә һөжүм эҙемтәләрен оператив рәүештә бөтөрөргә ҡушылды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фажиғәгә бәйле, күршеләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашты: 

"Киевский режим не останавливается в своих бесчеловечных преступлениях. Сегодня массированной атаке БПЛА подвергся город Нижнекамск в братском Татарстане. К сожалению, есть жертвы. От имени всей республики выражаю соболезнования родным и близким погибших. Всем пострадавшим – сил и скорейшего выздоровления. Башкортостан с вами и готов оказать любую поддержку."
Автор:
Читайте нас