Ваҡиғалар
11 Августа , 12:18

Иҫерек тракторсы автоинспекторҙарҙан баҫыуға ҡасып маташҡан

Социаль селтәрҙәрҙә юл-патруль хеҙмәте экипажының тракторҙы баҫтырыуын күрһәткән видео таралды. Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был хәл Краснокама районының Иҫке Бөртөк ауылында булған. ДАИ хеҙмәткәрҙәре «Беларус» тракторына иғтибар итә. Техника ваҡыт-ваҡыт ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм болғанып бара. Тәртип һаҡсылары, водителдең туҡтауын талап итеп,  маяҡтарҙы ҡабыҙа, тауыш сигналы бирә. Әммә туҡталыу урынына, ир баҫыуға борола.

Ҡыуышыу оҙаҡ бармай. Трактор водителе идараны юғалтып, кюветҡа төшә. Тракторсы үҙе зыян күрмәгән.

Тикшереүҙәр водителдең иҫерек булыуын раҫлай. 40 йәшлек тракторсығы ҡарата протокол төҙөлә.

Фото: ГАИ по РБ | пресс-служба

Читайте нас