Ваҡиғалар
13 Августа , 05:41

Башҡортостанға йәнә БПЛА һөжүм итте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров БПЛА-ның яңы һөжүме тураһында хәбәр итте

"БПЛА-ның сираттағы террористик һөжүмен кире ҡағабыҙ. Пилотһыҙ аппараттарҙың береһенең һыныҡтары Салауаттың сәнәғәт зонаһына төштө. Янғын сыҡты, бөтә хеҙмәттәр ҙә урында», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, бөгөн иртән Башҡортостан территорияһында «Пилотһыҙ хәүеф»режимы иғлан ителде. «Өфө» халыҡ-ара аэропорты ваҡытлыса ябылды.

Фото: Эдуард Кускарбеков | «Башинформ»

Читайте нас