Ваҡиғалар
20 Августа , 07:21

Ейәнсурала урман һәм ҡоро үлән янған

Уҙған тәүлектә республика биләмәһендә өс янғын теркәлгән.

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Ейәнсура районында бер урман янғыны сыҡҡан. Шулай уҡ Ейәнсура һәм Хәйбулла райондарында ҡоро үҫемлектәр гә ут ҡабыуы теркәлгән.

Янғындар тиҙ арала асыҡланған һәм һүндерелгән.

Йыл башынан алып йәмғеһе 91 гектарҙан ашыу майҙанда 18 урман янғыны һәм 666 гектарҙан ашыу майҙанда 231 ҡоро үҫемлек янғыны теркәлгән.

Читайте нас