Әбйәлил район суды Ейәнсура районында йәшәүсегә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул иҫерек килеш идара иткән өсөн бер тапҡыр административ язаға тартырылғандан һуң тағы шундай уҡ ҡылыҡ ҡылыуҙа ғәйепле тип танылған.
Судта билдәләнеүенсә, водитель 2026 йылдың мартында «Лада Гранта» автомобилендә «ашығыс ярҙам» машинаһы менән бәрелешә. Документтарҙы тикшереү барышында унда иҫереклек билдәләре асыҡлана һәм дәлилләү үтергә тәҡдим ителә, әммә ул баш тарта. Быға тиклем ир бындай тәртип боҙоу өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Суд уға 280 сәғәт мотлаҡ эш тәғәйенләгән, 2 йылға транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм иткән, шулай уҡ машинаһы дәүләт килеменә тартып алынған.