Күмертауҙа 71 йәшлек пенсионер ҡатын инвестицияларҙан аҡса эшләргә теләп 1,5 миллион һумын урлатҡан.
Мутлашыусылар ҡорбаны һөйләүенсә, мессенджерҙарҙың береһендә уға йәнәһе элекке коллегаһы яҙған. Улар оҙаҡ ҡына аралашмаған, “танышы”нан көтөлмәгән хәбәр уны хәүефләндермәгән. Хат алышыуҙа “танышы” биржала сауҙа итеп, килем алыуы менән маҡтана. Пенсионер ҡатын пассив аҡса эшләү идеяһы менән ҡыҙыҡһына һәм уға ярҙам итеүен һорай. Икенсе көндө ул эш итеү алгоритмын ала: бәйләнеш өсөн махсус ҡушымта ҡуйырға кәрәк. Программаны активациялағас, уға үҙен уның шәхси кураторы тип атаған ир мөрәжәғәт итә. Ул аккаунт булдырыу өсөн һылтанма ебәрә, унда ҡатын үҙенең шәхси һәм паспорт мәғлүмәттәрен күрһәтә.
Бер нисә ай дауамында ҡатын даими рәүештә аҡса күсерә һәм экранда баланстың артыуын күҙәтә. Зыян күреүсе тупланған дивидендтарҙы сығарырға ҡарар иткәс, уның шәхси кабинеты ябыла, ә «куратор» менән хат алышыу юйыла. Шул саҡта ғына пенсионерка алданғанын аңлай. Дөйөм алғанда, ул 1,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын һәм кредит средстволарын юғалтҡан.
Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Эске эштәр министрлығында.
Полиция хеҙмәткәрҙәре тағы бер тапҡыр иҫкәртә: билдәһеҙ ҡушымталар аша аҡса эшләү – киң таралған алдау схемаһы. Һәр төрлө шикле тәҡдимдәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырға кәрәк. Таныш булмаған иҫәптәргә бер ҡасан да аҡса күсермәгеҙ.