

Төндә Туймазы районында Ҡарамалы – Ғөбәй – Мәтәүтамаҡ автомобиль юлында «Мотоленд» питбайкы водителе үлемесле авария яһаған. Ул өс бәлиғ булмаған йәйәүлегә бәрелә, шунан һуң, транспортты ташлап, юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡаса. Һөҙөмтәлә малайҙарҙың береһе алынған йәрәхәттәрҙән вафат була. Тағы ла ике үҫмер төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Оператив-эҙләү саралары барышында водитель асыҡлана һәм ҡулға алына. Ул Туймазыла йәшәгән үҫмер булып сыға. Водитель таныҡлығы булмай. Бәлиғ булмаған водитель әйтеүенсә, спорт инвентарын ата-әсәһе былтыр һатып алған.