Башҡортостандың Күгәрсен район-ара суды Федераль язаларҙы үтәү хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы енәйәт-башҡарыу инспекцияһы федераль ҡаҙна учреждениеһының Ейәнсура муниципаль-ара филиалының Ейәнсура районында йәшәгән хөкөм ителгән ҡатынды һаҡ аҫтына алыу тураһындағы тәҡдиме ҡаралыуы тураһында хәбәр итте.
Мәжбүри эштәр рәүешендә язаға тарттырылған ҡатын был эштәрҙән ҡасҡан, йәшеренгән, шуға бәйле уны эҙләү иғлан ителә.
Эш материалдары раҫлауынса, хөкөм ителгән ҡатын теркәлгән урынында йәшәмәй, берәҙәк йәшәү рәүеше алып бара, спиртлы эсемлектәр менән мауыға.
Хөкөм ителеүсе енәйәт-башҡарыу инспекцияһы контроленән йәшеренеп йөрөгәнен һәм тик эҙләү саралары барышында ғына табылғанын иҫәпкә алып, суд тәҡдимде ҡәнәғәтләндерҙе һәм ҡатында уҡ суд залында уҡ һаҡ аҫтына алды.