

Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, республиканың янғынға ҡаршы хеҙмәте һәм шәхси янғын һағы подразделениеларына торған берләшкән төркөм эшләгән.
БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, кисә кис Стәрлетамаҡта Комсомол урамында янғын сыҡҡан. Ут файҙаланылмаған ике ҡатлы бинаға, күрше бүрәнә йортҡа, шулай уҡ йәнәшәләге буш торған тағы бер ҡоролманың ҡыйығына зыян килтерә.
Төтөн менән солғанған өйҙән газ-төтөндән һаҡлау хеҙмәте звенолары кешене имен-аман сығара. Янғын һүндереүселәрҙең үҙ эштәрен белеп эш итеүе һөҙөмтәһендә йорт үҙе зыян күрмәй, уны уттан һаҡлап ҡала алалар.