Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Кушнаренко районы мәктәптәренең береһендә уҡыусыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул үлтереүгә маташыуҙа ғәйепләнә.
Тәфтиш версияһы буйынса, 2026 йылдың 2 сентябрендә иртән мәктәптә шәхси дошманлыҡ мөнәсәбәттәре нигеҙендә үҫмер уҡыусыларҙың береһен бысаҡ менән яралай. Зыян күреүсене дауаханаға алып китәләр, унда медицина ярҙамы күрһәтәләр.
Ғәйепләнеүсене ҡулға алынған. Уның менән булған хәлдең бөтә шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү эштәре алып барыла.
БР хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, зыян күргән үҫмер үҙәк район дауаханаһында ята. Ғүмеренә хәүеф янамай, табиптар уға бөтә кәрәкле ярҙам күрһәтә.